Вечер знакомств

28.10.2021

Гимназиябыҙза традицияға әйләнгән  "Танышайыҡ,дуҫлашайыҡ" кисәһе көтөп алған сараларҙың береһе.Шулай булмай мөмкин түгел шул,яңы уҡырға килгән уҡыусыларҙың һәләттәрен күреп, тиҙерәк танышаһы килә бит!

 Тәүге тапҡыр сәхнәгә сығып өҙҙөрә баҫып бейеүсе,йырлаусы 1а, 1б уҡыусылары  үткерҙәр һәм талантлылар икән! Улар башҡарған һәр сығышты һоҡланып ҡараныҡ.

2 а класына гармунда уйнаусы бик шәп малай Алмаз Мәүлетҡолов,моңло тауышлы ҡыҙ Әлфинә Фәйзуллина килгән. Был уҡыусыларҙың сығышы һәр кемгә хуш килгәндер.

3б класына оҫта рассәм Платонова Кира  уҡырға килгән. Ул үҙенең сағыу, матур һүрәттәре менән таныштырҙы. 

3 а класы ҡыҙыҡлы инсценировка ҡуйһа,4 а класына килеүсе Наил класташтары менән сыуаш бейеүен бейене.Класташтары менән бергә сығыш яһағас, яңы уҡырға килеүсе уҡыусылар үҙҙәрен ҡыйыу тоттолар. 

4 б класына килеүсе Арсланов Денис үҙе тураһында видеоролик әҙерләгән,ә ҡыҙҙар матур бейеү башҡарҙылар.

Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаусы "Шаяндар " ансамбленең сығышы(етәксеһе Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина) был кисәгә йәм өҫтәне.

5 б класына  килеүсе  шаян, матур, алсаҡ, тырыш ҡыҙ   Рәхмәтуллина  Илзиә,  бейергә ярата икән. Ул рус бейеүен башҡарып, үҙенең һәләттәрен күрһәтте.

"Башҡорт халҡына"исемле йырҙы күңелдәргә үтерлек итеп 5 в уҡыусылары башҡарһа, 6б  класы яңы класташтары менән танышыуҙы сәхнәләштереп,хәҙерге заман бейеүен бейенеләр .Хочу такой сайт

Ибраһим ауылынан килгән бик шәп,талантлы егет Ишемғолов Нурғәле гитарала,баянда уйнап сығыш яһау ғына түгел, кубик-рубикты тиҙ йыйыуы менән һоҡландырҙы!

Бөтә Рәсәй конкурстарында һәр саҡ лауреат исемен яулаусы Мукминов Радмирҙың"Рекрут" бейеүе , 5б класы ҡыҙҙар-егеттәренең вальсы (етәксеһе Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова) иҫ киткес матур бүләк булды был кисәлә.

Яңы килгән уҡыусылар киләсәктә тырышып уҡырҙар, үҙ-ара дуҫ, ысын гимназистар булырҙар тип ышанабыҙ.

Кисәне күңелле, ҡыҙыҡлы итеп ойоштороусы һәм алып барыусы5 б класы уҡыусыларына, тәрбиәсе Ләйсән Мөхәммәт ҡыҙына сикһеҙ

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 16.11.2021

Дата обновления: 16.11.2021

Дата публикации: 28.10.2021

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».